Ғафури районында 60 гектарҙан ашыу майҙанда муйыл ағастарын көйә баҫып алған

Быйыл Ғафури районы халҡы муйыл емешен тәмләй алмаясаҡ. Ә ҡортсолар һәм малсылар өҫтәмә сығымдар кисерә. Бөтәһенә лә иртә яҙҙан ҡоротҡос бөжәктәрҙең әүҙемләшеүе сәбәпсе. Райондың 60 гектарҙан ашыу майҙанында муйыл ағастарын көйә баҫып алған. Ҡорттар уның емешен генә түгел, япраҡтарын да ҡыра. Урмансы Таһир Кәримов муйылдарҙы ҡорттар баҫып алғанын уның сәскә атҡан сағында уҡ абайлап ҡала. Бөтә ғүмере урманда үткән ир ҡоротҡостарҙың бындай әүҙемлеген тәүгә күҙәтәм, ти. Асыҡланыуынса, муйыл көйәһе тәбиғәттә бик һирәк осрай, әммә быйыл ҡыштың йылы килеүе уларҙың саманан артыҡ үрсеүенә килтергән.Бер нисә көндән ҡарышлауыҡтар күбәләккә әйләнеп оса башлаясаҡ. Шулай ҙа белгестәр муйыл көйәһенең башҡа йәшелеккә зыяны юҡ тип фаразлай. Әле был хәлде ҡоротҡостар менән көрәш үҙәге белгестәре тикшерә, улар бөжәктәрҙе юҡ итергә кәрәк тип тапһа, ағыу менән эшкәртәсәктәр. Ғафури районы муйыллыҡтарын баҫып алған бөжәктәрҙән артыҡ зыян булмаһа ла, талпандарҙан иһә кешеләр генә түгел малдар ҙа йонсой. Башмаҡтарҙан урындағы фермерҙар көнөнә унар ҡан эскес бөжәк тартып сығара.Ҡан эскес бөжәктәр былай ҙа ҡыштан йонсоған малдарға күтәрелеп китергә мөмкинлек бирмәй тип зарлана Рәил Йомағолов. Көтөүҙән ҡайтҡас көн дә һәр бер башмаҡ ентекләп тикшерелә. Ҡаҙалҡан урындары ҡанға буялып ҡайта ти йүнсел.Шулай ҙа урындағы халыҡ урман – яландарҙы химикаттар менән эшкәртеүгә ҡаршы, былай ҙа насар ҡышлаған бал ҡорттарын юҡ итәсәк тип борсола умартасылар. Тәбиғәт шарттары арҡаһында ла Ғафуриҙар быйыл бал ҡорто үрсетеүсе иң алдынғы райондар исемлегенән төшөп ҡалыуы ихтимал. Сөнки ҡорттар бик насар ҡышлаған. Быға үткән йәйҙең тотороҡһоҙ булыуы сәбәпсе. Көндәрен эҫе, ә төндә кинәт һыуытҡан ваҡытта ағас япраҡтарында рәшә балы йыйыла. Уны ҡорттар ихлас йыя, ә ҡышын аҙ ғына миҡдарҙа ла ашаған ҡорт ауырыуға әйләнә.Муйыл ағастарының быйыл емешһеҙ ҡалыуына халыҡ бик үк иҫе китмәһә лә хәүефләнергә урын бар тип ҡабул итә. Ҡоротҡостарҙың әүҙемләшеүе арҡаһында кеше йылдан-йыл ерҙән алыҫлаша бара. 

Яндекс.Метрика