Мәктәп уҡыусыларына ВИЧ-инфекция тураһында тулы мәғлүмәт биреү өсөн махсус белгес дәрестәре зарур

  • Мәктәп уҡыусыларына ВИЧ-инфекция тураһында тулы мәғлүмәт биреү өсөн махсус белгес дәрестәре зарур | ГТРК Башкортостан

Ошо хаҡта бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа үткән түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар белдерҙе. Тәҡдим менән балалар хоҡуҡтары буйынса республика вәкиле Милана Скоробогатова сығыш яһаны.Ерҙәге йоғошло сирҙәр араһында ВИЧ-инфекция кешелеккә етди хәүеф менән янай. Сир йоҡтороусылар һаны йылдан-йыл арта, Башҡортостанда ғына үткән йылда 2 мең 907 кеше вирус йөрөтөүселәр исемлеген тултырған. Ошо күрһәткестәрҙең үҫешен әкренәйтеү маҡсатында алып барылған иҫкәртеү сараларынан тыш, сир йөрөтөүселәр һәм уларҙың яҡындары өсөн йәмғиәттә социаль яраҡлашыу мәсьәләһен хәл итеү мөһим. Вич-инфекция күптән инде һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең генә түгел, а тотош йәмғиәттең социаль проблемаһына әүерелде. 

Яндекс.Метрика