Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй етәкселеге ауыр шарттарҙа  ил иҡтисадының тотороҡлоғон һаҡлап ҡалды. Ил президенты шундай белдереү яһаны һәм үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙырырға саҡырҙы.

Францияла хеҙмәт ҡануниәтен үҙгәртеп ҡороуға ҡаршы ризаһыҙлыҡ белдереп эш ташлаусылар көндән-көн арта. Илдә нефть эшкәртеү заводтары эшләмәй. Бензин ҡойоу станциялары ябылған. Манифестанттар атом электр станцияһын да ҡамауға алырға ниәтләй. Забастовкаға тимер юлда эшләүселәр ҙә ҡушыла.

Германия хөкүмәте ҡасаҡтарға интеграция шарттарын яҡшыртыу тураһындағы закон проектын хупланы. Хәҙер мигранттар яраҡлашыу һәм телгә өйрәнеү курстарына йөрөй ала, улар эш менән дә тәьмин ителәсәк. Былтыр Германияға 1 миллион мигрант килгән. Бюджетта миграция сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу өсөн 16 миллиард евро ҡаралған.

Пекинда юғары технологиялар күргәҙмәһендә киләсәк транспорты күрһәтелгән. Был автобус өсөн автомобиль тығындары ҡурҡыныс түгел. Сөнки  машиналар уның аҫтынан үтеп килә ала. Проект етәкселәре әйтеүенсә, заман автобусы 1 мең 200 кеше һыйҙырышлы.

Яндекс.Метрика