Киске Өфө симфоник музыкаға күмелде

Өфө амфитеатрына Башҡортостандан һәм сит ил музыканттары сығышын тыңларға 20 меңдән ашыу кеше килде. Быйыл концерт программаһына композиторҙар Сергей Прокофьевтың тыуыуына —125 һәм Заһир Исмәғилевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы уларҙың әҫәрҙәре, шулай уҡ Рәсәй киноһы йылы уңайынан кинофильмдарҙан музыкалар индерелгәйне. Дүртенсе йыл рәттән уҙғарылған симфония төнө күптәрҙең һөйөүен яулап өлгөргән мәҙәни сараларҙың береһе. Быйыл асыҡ һауалағы концерт «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә ойошторола.Быйыл концерт программаһына Заһир Исмәғилевтың һәм Сергей Прокофьевтың әҫәрҙәре лә индерелгән. Шулай уҡ Рәсәй киноһы йылы уңайынан тамашасылар билдәле  кинофильмдарҙан   музыкаларҙы ла тыңлап ҡыуанды.Асыҡ һауалағы концертта Башҡортостан артистары менән бер сәхнәлә Ҡытайҙан скрипкасы Чжан Кайлин  һәм йырсы-тенор Лу Яо сығыш яһаны.Концерттың беренсе өлөшөндә тамашасылар алдында кларнетсылар, икенсе бүлектә  «Балалайка-бэнд» инструменталь ансамбле һәм «Премьер» вокаль төркөмө сығыш яһаны. Халыҡ музыкаһы, кинофильмдарҙан һәм һуғыш йылындағы йырҙар яңғыраны. Шулай уҡ саранан «Splash» барабан шоуы һәм «Ятаған» этно-төркөмө лә ситтә ҡалманы.Бында алма төшөр урын юҡ. Моң байрамы меңдәрсә тамашасыны бергә йыйҙы.  Асыҡ һауа аҫтындағы тамаша  сәхнә оҫталары күңеленә лә, тамашасыларға ла хуш килде.

Яндекс.Метрика