Бөгөн күп бала тәрбиәләүсе биш тиҫтәгә яҡын гүзәл зат “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде

Республикала 18 йыл дауамында 7 мең тирәһе әсәгә дәүләт наградаһы тапшырылған.  “Әсәлек даны” миҙалын алырға Зөлфиә Таипова Белорет районының  Сермән ауылынан килгән. Биш бала әсәһенә баш ҡалаға юл ҡыйынға төшә.  Ул алтынсы бәпәйен көтә. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған ҡатындарҙы балаға булған һөйөү тойғоһо берләштерә. Хәйбулла районы ҡыҙы Лилиә Ҡәйепова үҙенең алты балаһын үҫтереп кенә ҡалмай, һөнәре буйынса ла тәрбиәсе — балалар баҡсаһындағы кескәйҙәрҙең барыһын да үҙенеке кеүек ярата. Юғары дәүләт наградалары менән бөгөн 46 кеше бүләкләнергә тейеш ине. Әммә уларҙың берәүһе кисә генә алтынсыға әсә  булыу бәхетенә ирешеп, тантанаға килә алмаған. Шулай ҙа, ул да республикалағы 7 меңдән ашыу “әсәлек даны” миҙалын алыусы ҡатындар исемлеген тулыландырҙы. 

Яндекс.Метрика