Башҡаланың Киров районында йәшәгән йәнә бер ғаилә сираттан тыш торлаҡ сертификаты алды

Республикала ҡабул ителгән законға ярашлы торлаҡ шарттарын был ысул менән яҡшыртыуға ғаиләһендә бер юлы өс бала тыуған ата-әсә дәғүә итә. Варвара, Мария һәм Арсений — Поповтар ғаиләһенең көтөп алынған игеҙәктәре. Әле уларға ике йәш тә тулмаған. Олатай-өләсәйҙең ике бүлмәле фатирында ете кеше көн итәләр. Квадрат метрҙарҙың тарлығы игеҙәктәр үҫкән һайын нығыраҡ һиҙелә, ти Надежда Попова. Ғаилә торлаҡ сертификатының иң көнүҙәк мәсьәләне хәл итеренә  өмөт бағлай. Күләме өс миллион һумлыҡ торлаҡ сертификатын ғаилә ярты йыл эсендә үҙләштерергә бурыслы. Улар һайлаған фатирҙың майҙаны 90 квадрат метрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Рәсәй закондарына ярашлы, һәр кемгә 18 квадрат метр тура килһә генә ғаиләнең торлаҡ шарттары хәл ителгән, тип иҫәпләнә.

Яндекс.Метрика