26-29-сы июлдә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең беренсе йәштәр форумы үтәсәк

Фекер алышыуҙар һөҙөмтәләре буйынса берләшмә илдәренең йәштәр ойошмалары араһында хеҙмәттәшлек  мөмкинлектәре билдәләнәсәк., тип хәбәр итә Рәсәй йәштәр берлегенең матбуғат хеҙмәте. Берлек рәйесе Павел Красноруцкий БРИКС саммитында Рәсәй рәйеслек иткән мәлдән файҙаланып, ошо илдәр менән мөмкин тиклем күберәк килешеүҙәр төҙөп, хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтеү сараларын күрер кәрәк, тип иҫәпләй. Уның фекеренсә, йәштәр форумы үҙ алдына БРИКС илдәрендә йәмәғәтселек, эшҡыуарлыҡ, сәйәсәт һәм дипломатия менән шөғөлләнеүсе әүҙем йәштәр менән бәйләнеш булдырыу,  үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу, хеҙмәттәшлекте  артабан үҫтереү бурысын ҡуя. Форумды ойоштороуҙы   Рәсәй йәмәғәт палатаһы, Башҡортостан хөкүмәте, Рәсәй йәштәр берлеге, Рәсәй хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм „Рәсәй бөгөн„ халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығы үҙ өҫтөнә ала.    

Яндекс.Метрика