62-се йәшендә билдәле музыкант, ДДТ төркөмөнөң гитарисы Рөстәм Асанбаев яҡты донъя менән хушлашты

  • 62-се йәшендә билдәле музыкант, ДДТ төркөмөнөң гитарисы Рөстәм Асанбаев яҡты донъя менән хушлашты | ГТРК Башкортостан

Һуңғы йылдарҙа ул ауыр яман шештән яфаланғайны. Рөстәм Асанбаев 20-се быуат рок музыкаһының билдәле шәхесе булып ҡала. Ул Юрий Шевчук менән бергәләп рус рок музыкаһының яңы дәүерен булдырыусы. Билдәле драматург, халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевтың улы йәштән үк гитара моңона ғашиҡ булып үҫә. Һөнәре буйынса рәссам булһа ла ул ғүмерен музыкаға арнай. Юрий Шевчук Рөстәм Асанбаевҡа ярҙам йәһәтенән бер нисә хәйриә концерты ойошторҙо. 

Яндекс.Метрика