Өфө аэропортында Зика вирусы менән пассажирҙы эвакуацияланылар

Бангкок-Өфө рейсы буйынса осҡан самолетта вирус йоҡторған кеше барлығы асыҡланды. Махсус хеҙмәттәр  салонды серәкәйҙәрҙән дә таҙартты. Тап улар Зика киҙеүен таратыусылар тип иҫәпләнә.  Салонда вирус менән сирле пассажир булыуы асыҡланғас, шунда уҡ, аэропорт вәкилдәре һәм башҡа хеҙмәттәр һауа судноһын ҡабул итергә әҙерләнә. Улар ваҡытында килеп етә һәм эшкә тотона. Пассажирҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, диагноз ҡуйыла. Ул әле лаборатория тарафынан раҫланмаған. Шулай ҙа, табиптар тәндәге таптар һәм юғары температура буйынса, Зика вирусы, тип фаразлай. Шуға күрә, сирлене махсус контейнерға урынлаштыра.Сирлене ашығыс ярҙам машинаһына урынлаштырғас, белгестәр салонды махсус шыйыҡса менән эшкәртә. Зика биҙгәген ғәҙәттә серәкәйҙәр тарата. Был юлы һауа судноһының йөк һалыу урынында ҡан эскес бөжәктәрҙең барлығы билдәле булды. Күнекмәләр сценарийы буйынса, самолетта Зика лихорадкаһын таратыусы серәкәйҙәр булыуы асыҡланды. Әле белгестәр уларҙы тотоу менән шөғөлләнә. Күнекмәләргә аэропорттың ғына түгел, ә ҡаланың да бихисап хеҙмәттәре йәлеп ителде. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте белгестәре билдәләүенсә, Зика сиренән әлегә дарыу һәм вакцина табылмаған. Әммә, күрелгән саралар арҡаһында Башҡортостанда бындай биҙгәк теркәлгәне юҡ. Табиптар билдәләүенсә, Зика вирусы Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә табылған да инде. Шуға күрә, урындағы предприятие-ойошмаларҙа ошондай күнекмәләр уҙғарыла.Зика биҙгәге менән сирләүсене айырым бүлмәгә урынлаштыралар. Уның менән аралашҡан кешеләрҙе лә дауаханаға һалалар һәм күҙәтеү алып баралар. 

Яндекс.Метрика