Бөгөн берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙың төп этабы башланды

Республикала рус әҙәбиәтенән 1 мең 55 һәм география фәненән 818 кеше белемдәрен һынарға килгән. Төбәктә 65 имтихан тапшырыу пункты эшләй. Уларҙың береһе Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатында урынлашҡан. Шәхси  әйберҙәрҙе ҡалдырып,  паспорт һәм ручка алып ҡына уҡыусылар берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу пунктына инә. Айзирә Шәйхетдинова белеменең төплө, әҙерлегенең  юғары кимәлдә икәнен белһә лә, металл эҙләү ҡоролмаһы аша ҡаты тикшереү үтеү өҫтәмә көсөргәнеш килтерә, ти. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатында урынлашҡан ҡабул итеү нөктәһендә рус әҙәбиәтенән 51 һәм география фәненән 19 бала имтихан тапшырырға теләк белдергән. Йыл һайын күсерергә маташҡан уҡыусылар һаны кәмей. Билдәле, күҙәтеү системаһы ла ҡатылана. Быйыл пункттарҙа видеокамераларҙан тыш, кеҫә телефонының сигналын баҫыу ҡоролмаһы ла урынлаштырылған. Федераль йәмәғәт күҙәтеүселәре дежурҙа тора. Тағы ла бер яңылыҡ – контроль-иҫәп материалдары камера күҙәтеүе аҫтында айырым өҫтәлдә асыла. Һәм был процедурала  сит кешеләр булырға тейеш түгел. Бөгөн тапшырған рус әҙәбиәте һәм география буйынса имтихандарҙың һөҙөмтәләре 8 июнь билдәле була. Быйыл иһә уҡыусылар үҙҙәренең баллдарын интернет аша паспорт мәғлүмәттәрен индереп кенә лә белә ала. Ә сираттағы һынау – рус теленән 30 майҙа үтә. 

Яндекс.Метрика