Һамарҙа «Рус космосы» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары иғлан ителде

  • Һамарҙа «Рус космосы» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары иғлан ителде | ГТРК Башкортостан

Унда «Репортаж» номинацияһында беҙҙең хәбәрсебеҙ Алина Каматованың һәм оператор Юрий Ефремовтың эше беренсе урын алды.Репортаж кинооператор Мәхмүт Рафиҡовҡа арналған. Тап уның камераһы үткән быуаттың икенсе яртыһындағы тарихи мәлдәрҙе-водород бомбаһын һынауҙы, кешенең йыһанға осоуын төшөрөп алған. Ул ваҡытта уның исемен бик аҙ ғына кеше белгән.  Бөтә Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы башланғысы менән үткәрелгән «Рус космосы» конкурсы Юрий Гагариндың йыһанға осоуының  55 йыллығына арнап ойошторолғайны. 

Яндекс.Метрика