Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Украина осоусыһы Надежда Савченконы азат итеү Минск килешеүҙәре менән бәйле түгел. Был турала Рәсәй сит ил эштәре министрлығынан Мария Захарова белдерҙе. Килешеүҙәрҙе үтәү өсөн Киев һәм Донбасстың турана-тура һөйләшеүе мөһим тигән ул.

СНХ-“Это какой-то большой миф, который культивируется непонятно почему и зачем относительно того, что дело Надежды Савченко и соответствующий обмен гражданки Украины и граждан РФ либо соответствует, либо идёт в русле, либо является какой-то органичной частью выполнения минских договорённостей. Это миф, это не так”.

Европалағы иң ҙур вулкан уянған. Белгестәр әйтеүенсә, Этна әлегә ҡурҡыныс тыуҙырмай, Катания ҡалаһы янындағы аэропортта ғәҙәттәге режимда эшләй. Әммә уяулыҡты юғалтырға ярамай. Этна йылына бер-нисә тапҡыр атыла, әүҙемлеге менән бик күп туристарҙы йәлеп итә.

Францияла хәлдәр ҡатмарлаша. Хеҙмәт ҡануниәтен үҙгәртеп ҡороуға ҡаршы акцияларға  меңләгән кеше ҡушылды. Уларҙы ойоштороусылар хөкүмәт футбол буйынса Европа чемпионатын үткәреү өсөн аҙ ғына булһа ла халыҡ ҡуйған талаптарҙы үтәр тип ышана.

Рәсәй Дәүләт Думаһына Берҙәм Дәүләт имтиханын ғәмәлдән сығарыу һәм 9-сы, 11-се класстарҙа дәүләт имтихандары тураһындағы закон проекты тапшырылған. Илдең  закондар сығарыу органына Карелия депутаттары ошондай тәҡдим индергән.  

Яндекс.Метрика