Башҡорт Артегы кемгә кәрәк?

Республика балалары өсөн тәғәйенләнгән төп ял комплекстарының береһе хәҙер ташландыҡ хәлдә. Бөрө районындағы йыл әйләнәһенә эшләй торған сәләмәтлек үҙәге хәҙер юҡҡа сығыу алдында.  Туҡһанын тултырған Анна Дьяконованы башҡорт Артегы  яҙмышы өсөн көйөүсе берҙән-бер кеше тип атарға мөмкин. Шәмсетдин күле ярындағы  был  сәләмәтлек комплексының ҡасан да булһа эш башлаясағына инәй ышанмай. Хужаһыҙ ҡалған биналар, башҡа ҡаралтыларҙы ҡарауыллауҙы ул үҙ өҫтөнә алған. Ғөмүмән, Башҡорт артегы ҡасандыр Рәсәй кимәлендә, балалар өсөн иң яҡшы проекттарҙың береһе, тип тә аталды. Лагерь халыҡ-ара мәғариф үҙәге булып, бында йыл  әйләнәһенә эшләй торған сменалар ойоштороу хыялы ла бар ине.  Әммә, һүҙҙәр тик ҡағыҙҙа ғына ҡалды. Комплекс хәҙер республиканың ер һөм мөлкәт министрлығы ҡармағына тапшырылған. Тик ведомство лагерҙағы аяныслы хәл буйынса аңлатма биреү өсөн рәсми хат һорай. Тап шул саҡта ғына тулы яуапты ишетергә мөмкин буласаҡ. Әлегә Башҡорт Артегы иһә арбалағы бишенсе тәгәрмәс кеүек. Уны ташлап та булмай, кәрәге лә тейеүе ихтимал.

Яндекс.Метрика