Өфөлә еңел холоҡлолар өсөн иң хәүефле райондар асыҡланды

  • Өфөлә еңел холоҡлолар өсөн иң хәүефле райондар асыҡланды | ГТРК Башкортостан

Һүҙ ВИЧ-инфекция тураһында бара. Һуңғы ваҡытта уның енси юл менән таралыу осраҡтары артыуы күҙәтелә. СПИД һәм йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү үҙәге мәғлүмәттәренән күренеүенсә, былтыр баш ҡалала – 846, быйыл 4 ай эсендә 344 яңы осраҡ теркәлгән. Сир айырыуса Орджоникидзе, Ленин, Калинин райондарында артҡан. ВИЧ-сирле әсәләрҙән 169 сабый тыуған, уларҙың 92-һе ошо диагноз менән иҫәпкә ҡуйылған. Дөйөм республика кимәлендәге һандарға килгәндә, былтыр беҙҙә 2907 осраҡ теркәлгән. 1987 йылдан алып иҫәпләгәндә, Башҡортостан буйынса 23 меңдән ашыу кешелә асыҡлана был ҡурҡыныс сир.

Выиграйте 2 билета на концерт ВАЛЕРИИ! - 1439496029 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика