Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ливия менән Италия араһында ҡасаҡтарҙың бер-нисә корабле һәләкәткә тарыған. Уларҙа яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 700 кеше һәләк булған. Ошо сәбәпле мигранттар мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе ойошмалар ҙур борсолоу белдерә. Политологтар һәм сәйәсмәндәр Европаның ҡасаҡтарға бәйле  сәйәсәтенә тәнҡит менән ябырылды.

Германияла һул радикаль фирҡә етәкселәренең береһенә съезд ваҡытында битенә торт ҡаплағандар. Һөжүм итеүсе ҡулға алынған. Ул антифашист, илдә ҡасаҡтарға уңайлы шарттар тыуҙырырға саҡырыусы.

Төркиә Американы курдтарҙы яҡлауҙа ғәйепләй. Төркиә өсөн курдтар террорсылар булһа, Америка, киреһенсә, уларҙы ИГИЛ-ға ҡаршы көрәштә парнерҙар тип иҫәпләй. Шуға күрә ике илдең хәрби етәкселеге араһында  аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡан. Ҡушма Штаттар ҙа, Рәсәй ҙә курд отрядтарын террорсылар тип иҫәпләмәй.

Европаның бер-нисә илендә йәшен атыу сәбәпле бер кеше һәләк булған, 50 кеше яраланған. Германияла балалар командалары футбол уйнағанда ҡойоп ямғыр яуа башлай. Уйын майҙанына йәшен ата. 9 йәштән 11 йәшкә тиклемге малайҙарҙың барыһы ла эргәләге дауаханаларға килтерелгән. 



Последние новости