Ҡырыммы, Сочимы әллә Тунисмы?

Ял миҙгеленә республика халҡы Төркиә һәм Мысырға алмаш эҙләй. Һумдың валюталарға ҡарата үҙҡиммәтен юғалтыуы арҡаһында былтыр күптәр ял маршрутын үҙгәртергә мәжбүр булды, ә быйыл йәйгә иң популяр йүнәлештәргә лә сикләү индерелгәс ҡайҙа ял итергә тигән һорау тағы ла ҡатмарлашты. Йәйге ялды ҡайҙа үткәрергә һәм республикала билдәле курорттарға лайыҡлы алмаш бармы? Яратҡан Канар утрауҙары хаҡында Аэлита Бәшироваға быйылға онотоп торорға тура килә. Рәсәй курорттары менән танышырға ваҡыт етте ти ул. Шуға ла ҡыҙ ҡышын йылы диңгеҙ яры урынына ҡарлы тауҙарҙы һайлаһа, ә йәйгә ул ғаиләһе менән Ҡырымға йыйына. Эске туризм йүнәлештәрендә Сочи иң популяр булып ҡала. Диңгеҙ, заманса инфраструктура, Олимпия ҡалаһы хәҙер Башҡортостан халҡы өсөн дә ҡиммәтле хыялдан ысынбарлыҡҡа әүерелә. Майҙа Өфөнән Сочиға тура авиарейстар асылды. Күптәр өсөн шунда уҡ юллама алырғамы әллә үҙаллы сығып китергәме тигән һорау тыуа. Ҡырымда ял итеүселәрҙең күбеһе тап ошо ысулды һайлай. Рәсәй туроператорҙар Ассоциацияһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, туроператорҙар аша ял итеү ҡырағай ялдан ҡарағанда осһоҙға төшә. Сит ил йүнәлештәренә килгәндә, Төркиә һәм Мысыр урынына күптәр Тунис, Греция, Въетнам Ғәрәп Әмерлектәре һәм Болгарияны һайлай. Шулай ҙа элекке кеүек сит илгә сәйәхәт ҡылыусылар ҡырҡа кәмей. Федераль миграция хеҙмәте идаралығында ла элекке кеүек сират юҡ. Сит ил паспортын юллаусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ ти белгестәр. Быға 2010 йылдан 10 йыллыҡ сит ил паспорттарын бирә башлау ҙа йоғонто яһай ти ведомствоның бүлек етәксеһе …Быйылдан эш башлаған “Республиканы ас” тип исемләнгән проект та төбәктә сәйәхәтселәр артыуына хуш килде. Бында бөтә курорт, ял урындары, туристик маршруттар тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин. Тиҙҙән уның интернет варианты ла эшләй башларға тейеш. Әлегә Башҡортостан туристик продукттарын камил тип баһалап булмай. Сервис, инфраструктура аҫҡай, ул халыҡ-ара стандарттарға яуап бирмәй. Проект авторҙары был мәсьәләләрҙе район-ҡала етәкселәре менән берлектә хәл итергә күҙаллай. Республика халҡы ҡайҙа ял итергә тип икеләнһә, сит ил туристары инде Башҡортостанды һайлай. Валюта айырмаһы арҡаһында быйыл Рәсәйгә килеүсе туристар һаны артҡан. Һәм уларҙың күптәре тап Башҡортостанды һайлай. 

Выиграй пригласительный билет на 2 лица на балет Сотворение мира - 26 октября в Театре Оперы и Балета (Уфа) - 911691770 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика