Республиканың көньяҡ райондары эшҡыуарлыҡ форумына әҙерләнә

  • Республиканың көньяҡ райондары эшҡыуарлыҡ форумына әҙерләнә | ГТРК Башкортостан

10-11 июндә Сибайҙа һәм Әбйәлил районында эшҡыуарлыҡты үҫтереү юлдары, дәүләт ярҙамы саралары, халыҡтың мәшғүллеген һәм үҙмәшғүллеген арттырыу тураһында һөйләшеү ҡаралған.

Шулай уҡ төбәктә яңы предприятиелар асыу мәсьәләһе лә тикшереләсәк. Форумда  федераль һәм төбәк власы органдары, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам һәм уны үҫтереү институттары, илдең төп эшҡыуарлыҡ структуралары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре-барлығы 250-гә яҡын делегат килеүе көтөлә.

Яндекс.Метрика