Өфөлә Ҡөръән уҡыусылар конкурсы үтте

  • Өфөлә Ҡөръән уҡыусылар конкурсы үтте | ГТРК Башкортостан

Йылдағыса, ул Ағиҙел йылғаһы буйлап сәйәхәт менән бергә үрелеп барҙы.  Быйыл республиканың төрлө район-ҡалаларынан 200 ашыу мосолман мәктәптәренең уҡыусылары һәләтен күрһәтте. Уларҙың сығышын: Ҡөръән аяттарын, сүрәләрҙе оҫта һәм дөрөҫ башҡарыуын дин әһелдәре баһаланы. Сараның төп маҡсаты – дингә һөйөү уятыу, изге китапты яҡшыраҡ өйрәнеү, балаларҙы дин аша әхләҡҡә, тәртипкә өйрәтеү, диндәштәр менән аралашыу мөмкинлеге лә, ти ойоштороусылар.



Последние новости

Яндекс.Метрика