Башҡортостанда рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханы ваҡытында тәртип боҙоуҙар теркәлмәне

  • Башҡортостанда рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханы ваҡытында тәртип боҙоуҙар теркәлмәне | ГТРК Башкортостан

Башҡортостан буйынса Мәғариф өлкәһен күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә,  уҡыусыларҙы имтихандан сығарыу осраҡтары теркәлмәгән. Быйыл идаралыҡта Берҙәм дәүләт имтиханы барышы тураһында мәғлүмәттәр туплаусы үҙәк асылған. Унда имтихан тапшырыу пункттарында һәм Республика мәғлүмәт эшкәртеү үҙәгендә ҡуйылған камералар ярҙамында махсус портал аша имтиханды күҙәтеү ойошторолған. Быйыл республикала 21 мең самаһы ун беренсе класс уҡыусыһы Берҙәм Дәңләт Имтиханы тапшыра. 

Яндекс.Метрика