Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Европа илдәрендә Рәсәйгә ҡарата индерелгән санкциялар сәбәпле ризаһыҙлыҡ арта. Фермерҙарҙы ишетеүселәр юҡ, шуға ла улар хәҙер оло юлға тиреҫ түгеп иғтибар йәлеп итергә тырыша. Германия сит ил эштәре министры Франк Вальтер Штайнмайер Рәсәйҙән санкцияларҙы алырға тәҡдим итә. Ил сәйәсмәндәре Меркель алып барған сәйәсәткә ҡаршылыҡ артыуын танырға мәжбүр.

Ғыйраҡ армияһының махсус тәғәйенләнештәге көстәре Фаллуджиның үҙәк кварталдарына инде. Бынан бер-нисә көн элек хөкүмәт армияһы был ҡаланы «Ислам дәүләте» һуғышсыларынан азат итеү буйынса киң күләмле операция башлағайны. Хәрбиҙәр белдереүенсә,  террорсылар ҡаланың тап үҙәк өлөшөндә нығынған булған.

Индонезияла 10 километр тәрәнлектә ер тетрәгән. Уның көсө Рихтер шкалаһы буйынса 5 балдан артып киткән, тип хәбәр итә Американың геология хеҙмәте. Йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй.

Ҙур барьер рифындағы мәрйендәрҙең күп өлөшөнөң төҫө уңып юҡҡа сыҡҡан. Экологтар был мәсьәләгә донъя йәмәғәтселегенң иғтибарын йәлеп итергә ниәтләй, сөнки һыу температураһының күтәрелеүе бар донъяға ҡурҡыныс менән янай. Ҙур барьер рифы Австралия яр буйында урынлашҡан һәм уны көслө елдәрҙән һаҡлай. 1981-се йылдан ул ЮНЕСКО-ның тәбиғи ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән. 

Выиграйте 2 билета на концерт ВАЛЕРИИ! - 1439496029 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика