Өфөнөң Дим районында Дағыстан урамында «Деу Нексия» машинаһы янып китте

Күрше йортта йәшәүсе янғынды камераға төшөрөп алған.

Ут бер-нисә минутта автомобилде ялмап  ала. Тиҙҙән янғын һүндереүселәр ҙә килеп етә. Ут һүндерелә. Бәхеткә, ул эргә-тирәләге машиналарға, беренсе ҡаттағы балкон һәм тәҙрәгә күсеп өлгөрмәй, тип  хәбәр итә кп.ру сайты.

Яндекс.Метрика