Өфөнөң Ленин районы суды финанс пирамида ойоштороусыны 4 йылға колонияға оҙатты

  • Өфөнөң Ленин районы суды финанс пирамида ойоштороусыны 4 йылға колонияға оҙатты | ГТРК Башкортостан

Ул мутлашыуҙа ғәйепле тип танылды. 2012 йылда йәш егет “БашИнвестКапитал”кредит кооперативы ойоштора, вкладсыдарға айына 28 процент килем вәғәҙәләй. 

Финанс пирамидаһын киңәйтеү өсөн Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡалаларында офистар аса, бушлай газеталар аша реклама тарата. Эшмәкәрлеген күрһәтеү өсөн, яңы клиенттарҙың аҡсаһы иҫәбенә бер ни тиклем дивиденттар ҙа түләй. Сумманың бер өлөшө хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы, офистар өсөн түләүгә тотонола. Күпселек аҡсаны үҙенә ала. Тәфтиш барышында асыҡланыуынса, ул 376 кешене йәлеп итеп, уларҙан 67 миллион һум аҡса йыйған. Суд ҡарары менән пирамида ойоштороусы кешенең һәм уның туғандарының Өфөләге фатирын, автомобилен тартып алғандар, башҡа мөлкәтенә лә арест һалынған. Был турала Республика прокуратураһынан хәбәр итәләр.

 

Яндекс.Метрика