Өфөнөң Сергей Аксаков исемендәге ял һәм мәҙәниәт баҡсаһына бөгөн аҡҡоштар ҡайтты

Оҙаҡ йылдар баҡса күлен йәмләп йәшәгән аҡҡоштарҙың үткән йылда береһе ауырып икенсеһе яңғыҙ ҡалғандан һуң күл бушап ҡалғайны.  Хәҙер Сажиҙә  янына Канаш һәм Кристи килтерелде. Силәбенең хайуандарҙы һаҡлау фонды хеҙмәткәрҙәре яраланған ҡоштарҙы Канашинский һәм Крәҫтиән күлдәрендә таба, дауалап, тәрбиләгәндән һуң Өфөгә тапшыра. Тубынан айырылып ҡалған был аҡыллы ҡоштарға  хәҙер бер хәүеф тә янамай. 

Яндекс.Метрика