Өфөнөң Калинин районында ҙур юл-транспорт фажиғәһе

Ике еңел машина һәм пассажир автобусы бәрелешкән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Иглин-Өфө маршруты буйынса йөрөүсе Форд микроавтобусы  алда китеп барған Шкодаға бәрелә. Шкода  бынан һуң Черу машинаһына барып төкөлә. 7 кеше йәрәхәтләнгән. Микроавтобустағы ике пассажирға, Шкодала водителе һәм уның 4 пассажирына медицина ярҙамы күрһәтелгән.

Яндекс.Метрика