Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Францияла поездар хәрәкәте туҡтатылған. Илдә хеҙмәт кодексының яңы проектына ризаһыҙлыҡ белдереп ҡаршылыҡ акциялары дауам итә. Тимер юлсыларға, нефть эшкәртеүсе завод эшселәренә, пилоттар, авиадиспетчерҙар ҡушылырға әҙер.

Бундестаг депутаттары  Осман империяһында 1915-се йылдағы ваҡиғаларҙы әрмән геноциды итеп таныу тураһындағы резолюцияны тикшерергә ниәтләй. Төркиә президенты Рәжәп Эрдоган Германия канцлеры менән телефон аша һөйләшеп борсолоу белдергән.

Сүриәнең Идлиб ҡалаһында авиаһөжүмдә 20 кеше һәләк булған.  Сүриәнең кеше хоҡуҡтары буйынса обсерваторияһынан хәбәр итеүҙәренсә, бер-нисә урын, шул иҫәптән дауахана утҡа тотолған. Һәләк булыусылар араһында 7 бала бар.

Выиграйте 2 билета на концерт ВАЛЕРИИ! - 1439496029 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика