Алтын бишек - 2061713385 | ГТРК «Башкортостан»
Выиграйте билеты на матч ФК «Уфа» vs ФК «ЦСКА»! - 209857540 | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн балаларҙың бөтә теләктәре бойомға аша

Башҡаланың Салауат Юлаев исемендәге майҙанында бының өсөн барыһы ла ҡаралған.  „Өфө – балалар ҡалаһы, ғаиләләр ҡалаһы„, тип исемләнгән күмәк сараға килгәндәрҙе уйындар, ярыштар, йыр-моң һәм татлы бүләктәр  көтә. Йәмле йәйҙең тәүге көнө йыл да шулай күңелле сараларҙан башлана. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан ололар кеселәр яратҡан бар шөғөлдәрҙе бер майҙанға туплап, кәйефтәр күтәренкелеген тәьмин итә. Заман балалары заман уйындарын талап итә, ти педагогия фәндәре кандидаты Гүзәл Шабаева. Әммә ойоштороусылар республикала йәшәгән төрлө халыҡтарҙың милли уйындарын да онотмаҫҡа саҡыра.Уйын-ярыштарҙы башҡаланың һөнәри белем биреү йорттары ойошторған. Республика юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы рәйесе Рөил Әсәҙуллиндың фекеренсә, студенттар өсөн майҙанда балалар менән аралашыу – күңел асыу ғына түгел, ә  буласаҡ һөнәр үҙләштереү юҫығында тәжрибә туплау һәм күмәк саралар ойоштороу үҙенсәлектәрен өйрәнеү форсаты. Уйнап ҡына һөнәр үҙләштерер интерактив майҙансыҡтар балаларға иң оҡшағаны. Бында шәп уйнаған өсөн ошондай йәбешмәк һүрәттәр бирәләр, уларҙы иһә призға алмаштырып була.Ярыштарҙа әле үҙ-аллы ҡатнашып тәмлекәс ала алмағандар атай, әсәһе менән тамашаны ситтән күҙәтә. Ишембәтовтар ғаиләһе кескәй Бәхтийәрҙе тәүге тапҡыр халыҡ байрамына алып сыҡҡан.Байрамда ата-әсә өсөн дә мөһим майҙансыҡтар бар. Ғаилә мөнәсәбәттәре, балалар тәрбиәләүгә ҡағылышлы һорауҙарҙы күңел-холоҡ белгестәренә биреп, психолог белешмәһен алырға мөмкин. Байрамдың исеме есеменә тап килде. Бөгөн Өфө балалар һәм ғаиләләр ҡалаһын хәтерләтә. Йылдың һәр бер көнө беренсе июндәгеләй һөйөнөслө хәбәрҙәр менән шат балалар тауыштарына бай булһа ине. 

Яндекс.Метрика