Алтын бишек - 2061713385 | ГТРК «Башкортостан»
Выиграйте билеты на матч ФК «Уфа» vs ФК «ЦСКА»! - 209857540 | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә “Ал сәскә” әҙәби акцияһына йомғаҡ яһала

Беҙҙең телеканал өс ай дауамында телевизор ҡараусыларҙы Серегей Аксаковтың ижады, әҫәрҙәре менән таныштырҙы, республика мәктәптәре уҡыусылары өсөн төрлө әҙәби саралар үткәрҙе. Ә бөгөн   Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында социаль приюттар, балалар йорттары һәм махсус коррекция мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре өсөн ҙур байрам ойошторола. 12 йәшлек Милена Булатова әкиәт персонаждарының һүҙҙәрен яттан һөйләй. Әсәһе бәләкәйҙән әкиәт уҡып, балаларында әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләгән. Хәҙер инде ҡыҙ үҙе лә белем сығанағынан айырылмай. Милена насар күреүселәр өсөн махсус мәктәп-интернатының башҡа уҡыусылары менән бергә “Ал сәскә” акцияһының йомғаҡлау кисәһендә ҡатнашырға әҙерләнә.Тап йәш быуынды китап уҡыуға ылыҡтырыу — Башҡортостан Дәүләт телерадиокомпанияһы үткәргән “Ал сәскә” акцияһының маҡсаты. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы ла “Ал сәскә” әҫәре менән таныштырыу йәһәтенән уның аудио вариантын сығарҙылар.Тап ошо дисктарҙы бөгөн үтәсәк байрамда таратасаҡтар. Шулай уҡ, башҡа авторҙарҙың 600 ашыу китабы ла балаларға бүләккә тапшырыла. Проект “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе менән берлектә ойошторолған. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә әҙәби акцияға йомғаҡ яһала. Хәйриә сараһына Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына 600 ашыу баланы саҡырылған.  Артистар Марк Твендың “Том Сойер” әҫәрен сәхнәләштереп күрһәтә. Өс ай дауам иткән акция балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар, махус коррекцион мәктәп-интернат уҡыусылары ҡатнашлығында сағыу байрам менән тамамлана.

Яндекс.Метрика