Алтын бишек - 2061713385 | ГТРК «Башкортостан»
Выиграйте билеты на матч ФК «Уфа» vs ФК «ЦСКА»! - 209857540 | ГТРК «Башкортостан»

Баш ҡалабыҙҙа өлкән йәштәгеләр араһында компьютерҙа эшләү оҫталығы буйынса IV республика чемпионаты үтте

Конкурста ҡатнашыусы 40-ҡа яҡын кеше электрон технологиялар буйынса белемдәрен тикшерҙе. Уҡытыусы Лилиә Михайлова хаҡлы ялда.  Шуға ҡарамаҫтан, әле лә тик ултырмай, әүҙем яҙыша, кисәләр уҙғара, сәскәләр үҫтереү менән шөғөлләнә. Был эштәрҙе алып барғанда компьютер ҙур ярҙамсым, ти ул.Йорт мәшәҡәттәренән тыш, конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша Лилиә Михайлова. Хаҡлы ялдағылар өсөн компьютер күпалышы буйынса үткәрелгән  чемпионатта өсөнсө тапҡыр көсөн һынай. Тырышһаң, хаҡлы ялға сыҡтым тип туҡтап ҡалмаһаң, заманса технологияларҙы ла үҙләштерергә лә мөмкин, ти ярышсылар.Ярышта республиканың төрлө райондарынан 35 кеше көс һынашты. Уларҙың барыһы ла «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» программаһы ҡатнашыусылары. Иң йәшенә -56 йәш булһа, иң өлкәненә -68.Аудитория эсендәге тынлыҡ, көсөргәнеш имтихан ваҡытын хәтерләтә. Конкурстағы ҡайһы бер эштәр, хатта йәштәр өсөн дә ауыр. Ә хаҡлы ялдағылар был күнекмәләрҙе ярты сәғәт эсендә башҡарырға тейеш.Компьютерҙы  яҡшы үҙләштереү интернет селтәре аша яңылыҡтар, теләгән мәғлүмәтте табыу ғына түгел, ә ҡайһы бер көнүҙәк мәсьәләләрҙе лә хәл итергә мөмкин, ти өлкәндәр.Конкурс талаптары йылдан-йыл ҡатмарлаша. Шулай ҙа финалистар барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы атҡарып сыҡты. Лилиә Михайлова призлы урын яулай алманы. Әммә ул киләһе йыл да мотлаҡ беренсе урын аласағына ышана.

Яндекс.Метрика