Алтын бишек - 2061713385 | ГТРК «Башкортостан»
Выиграйте билеты на матч ФК «Уфа» vs ФК «ЦСКА»! - 209857540 | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Рәсәй һәм Ҡырғыҙстан республикаһының төбәк-ара конференцияһы үтә

Быйыл бишенсе тапҡыр ойошторолған форумда ике ил араһындағы сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мөмкинлектәре тураһында фекер алышыуҙар бара.Рәсәй-Ҡырғыҙстан иҡтисади мөнәсәбәттәренә бөгөн тәү сиратта ике илдең төбәк-ара хеҙмәттәшлек даирәләренең киңәйеүе йоғонто яһай. Республикалар сауҙа әйләнешенең 80 процентын төбәк-ара килешеүҙәр тәьмин итә. Башҡортостан иһә Ҡырғыҙстан менән ауыл хужалығы, химия сәнәғәте, машиналар төҙөү кеүек тармаҡтарҙа хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов  фекеренсә, беҙҙең илдәрҙең шулай уҡ туризм өлкәһен үҫтереү мөмкинлектәре бай.

Яндекс.Метрика