Өфөгә Вьетнам консулы эш сәфәре менән килде

Ву Зуй Мынг әфәнде был юғары уҡыу йортонда белем алған ватандаш студенттарының уҡыу кимәле, тормошо менән ҡыҙыҡһынды. Ву Зуй Мынг үҙе лә юғары белемде Рәсәйҙә алған. Өфөлә тәүге тапҡыр булһа ла, Башҡортостан менән Вьетнам араһында дуҫлыҡ күпере ныҡлы булыуын билдәләне. Вьетнам ҡыҙҙары сит илдә йәшәһәләр ҙә төп ризыҡтары булған дөгө ярмаһынан айырылмай.Милли ашамлыҡтарының үҙенсәлеге  төрлө тәмләткестәрҙе киң ҡулланыуға ҡайтып ҡала.Чанг Фам бәләкәйҙән Башҡортостанда, мәктәпте тамамлағас, ата-әсәһе күсеп китә, әммә Өфөнө яратып өлгөргән ҡыҙ юғары белем алырға Өфө дәүләт нефть техник университетына инә. Дөйөм ятаҡта үҙенең ватандаштары менән таныша. Бергәләшеп тыуған телдә аралашыу, көндәлек тормошта милли кейемдәрҙе һаҡлап ҡалыу еңелерәк ти, ул. Студенттарға тыуған яғы менән бәйләнеш тоторға интернет ярҙамға килә. Ғаиләһенән йыраҡта йәшәргә тура килһә лә, Ле Хань сифатлы белем алыуҙың әһәмиәтен яҡшы аңлай.  Республикабыҙҙа сит ил студенттары белем алып ҡына ҡалмай, яңы дуҫтар таба, башҡорт теле һәм мәҙәниәте менән таныша.Был юғары уҡыу йортонда йәмғеһе Вьетнамдан 84 студент һөнәр үҙләштерә. Улар менән осрашырға Вьетнам Социалистик республикаһының Екатеринбургтағы Генераль консулы килде. Ву Зуй Мынг Өфө белгестәре биргән белемдең төплө һәм ныҡлы булыуын билдәләй, сөнки бында уҡып ҡайтҡан студенттар артабан тотош илдең үҫешенә үҙенең байтаҡ көсөн һала, ти.Уҡыу йортоноң юғары дәрәжәһе тураһында ул йөрөткән “терәк университет” исеме лә һөйләй. Был статус ғилми-белем биреү йәһәтенән яңы мөмкинлектәр аса. Университетты төрлө милләт, төрлө ил вәкилдәре һайлауы, бында бирелгән белемдең юғары сифаты хаҡында һөйләй. Йәмғеһе юғары уҡыу йорто меңдән ашыу сит ил белгестәрен әҙерләгән. Улар донъяның 60 дәүләтенә таралып Башҡортостанда алған белемен ғәмәлдә ҡулланасаҡ. 

Выиграй пригласительный билет на 2 лица на балет Сотворение мира - 26 октября в Театре Оперы и Балета (Уфа) - 911691770 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика