Башҡортостан ауыл хужалығы техникаһын урында етештереү мөмкинлектәрен эҙләй

Бөгөнгә Стәрлетамаҡтағы заводтарҙың береһе сапҡыс-урғыстар сығарыуҙы яйға һалған. Ә Дүртөйлөләге  йәмғиәттәрҙең  береһендә комбайндар йыйыу линияһы һынау уҙа. Тик төбәк продукцияһы республикала түгел, ә башҡа субьекттарҙа хуплау таба. Динар Низаев Дүртөйлөлә йыйылған комбайндарҙың һәр береһен бик яҡшы белә. Техника йәнһеҙ булмай, ти йәш механизатор. Дүртөйлөләге комбайндар йыйыу предпритяиеһы бөгөнгә Рәсәйҙең егерме һигеҙ ойошмаһы менән килешеүҙәр төҙөгән. Улар машиналар өсөн төрлө запас частәр, башҡа кәрәк-яраҡ ебәрә. Уртаҡ эштә Башҡортостан заводтары өлөшө лә юҡ түгел. Тимәк, бер үҙәк урындағы етештереүселәр өсөн дә ныҡлы база булып тора. Токарь һөнәрен үҙләштергән Илмир Сәйетғәлиев шөрөп-шайбаларҙы үҙ станогында әҙерләй. Тик бөгөн маҡтаныр урынға хәсрәткә лә тарый яҙа Дүртөйлөнөң  комбайндар цехы.  Етештерелгән техниканы һатыуҙа ла түгел бәлә. Башҡорт комбайндары әле көнбайыш себер, Алтайҙа уңышлы эшләй. Һатып алыусылар ҙа ҡәнәғәт. Республика биргән вәғәҙәһен үтәргә ашыҡмай, ти ойошма вәкилдәре. Завод Муромец 1500 комбайындарын 5 миллион өс йөҙ мең һумға һатһа ла, Башҡортостан  хужалыҡтары ситтән машиналар ҡайтарыуҙы хуп күрә. Дүртөйлө комбайндары тәү сиратта урындағы климатҡа яраҡлаштырылған. Техника бығаса етештереүселәр йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтергәне юҡ әле.Дүртөйлөләге цех ике йылда тиҫтәләгән  комбайн сығарып өлгөргән. Тик Башҡортостан кооперативтары бары тик быйыл  өс  комбайн алырға йөръәт иткән. Әммә, уларҙың да һуңғыһы булыуы ихтимал. Проект  менән республика түгел, ә илдең башҡа субьекттары ныҡлап ҡыҙыҡһына һәм үҙенә саҡыра, ти завод вәкилдәре. Ул саҡта инде Башҡортостанға үҙ комбайндарын ситтән кире һатып алырға тура киләсәк. 

Выиграйте 2 билета на концерт ВАЛЕРИИ! - 1439496029 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика