Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй самолеттары Сүриәлә Хасеке виләйәтендә  ИГИЛ төркөмө контроллек иткән биләмәлә нефть эшкәртеү заводын утҡа тотто. Һөҙөмтәлә технологик ҡоролмалар сафтан сыҡҡан, резервуарҙа һаҡланған нефть продукттарына ут тоҡанған.

Германияла ҡойма ямғырҙар сәбәпле Бавария федераль ере тулыһынса тиерлек һыу аҫтында ҡалды. Урындаҡы хакимиәттәр ғәҙәттән тыш хәл режимын индергән. Ҡотҡарыу операцияһына вертолеттар йәлеп ителгән. Тәбиғи ҡазанан күрелгән матди зыян миллиондарса евро менән иәҫпәләнә.

Францияла хеҙмәт кодексының яңы проектына ризаһыҙлыҡ белдереп халыҡ эш ташлай. Аэропорттарҙа, тимер юл вокзалдарында пассажирҙар үҙ рейстарын көтөргә мәжбүр. Илдә тиҙ йөрөшлө поездарҙың күбеһе йөрөмәй. Забастовка халыҡ-ара маршруттарҙа ла сағылыш тапҡан.

Истамбулда полиция менән демонстранттар араһында бәрелештә йәрәхәтләнеүселәр бар. Күләмле ҡаршылыҡ акцияһының өс йыллығын билдәләргә тип Гези паркына йөнәлгән халыҡты йөҙләгән полиция хеҙмәткәрҙәре туҡтатырға тырышҡан. Бынан өс йыл элек хөкүмәткә ҡаршы ойошторолған акцияла ҡатнашыусыларҙы ҡыуғанда 900 кеше яраланғайны. 

Выиграй пригласительный билет на 2 лица на балет Сотворение мира - 26 октября в Театре Оперы и Балета (Уфа) - 911691770 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика