Беҙҙең телеканалда 3 ай дауамында барған «Ал сәсәкә» акцияһына йомғаҡ яһалды

Бөйөк рус яҙыусыһы Сергей Аксаковтың тыуыуына 225  йыл айҡанлы ойошторолған акция Башҡорт Дәүләт опера һәм балет театрында ҙур тамаша менән тамамланды. Сараға бөтә республиканан 600-ләгән бала саҡырылғайны. Артистар Марк Твендың “Том Сойер” әҫәрен сәхнәләштереп күрһәтте. Килгән ҡунаҡтар иҫтәлеккә төрлө авторҙарҙың китаптарын һәм «Ал сәскә » әкиәтенең аудиокитабын алды. Бер нисә ай дауамында  «Рәсәй1», «Рәсәй24» һәм «Культура» каналдарында  Аксаковтың ижады, уның исеме менән бәйле урындар  хаҡында видеояҙмалар күрһәтелде. Әҙәби проектты Константин Толкачев, Олег Газманов, Иосиф, Кобзон, шулай уҡ башҡа билдәле сәйәсмәндәр һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре хуплап ҡаршы алды. Акция сиктәрендә «Рәсәй-Башҡортостан » радиоһын  тыңлаусылар тематик викторинала һәм һүрәт төшөрөү конкурсында ҡатнашты. Проект сиктәрендә  700-ләгән йәш рәссамдың эштәре күрһәтелде. 

Выиграйте 2 билета на концерт ВАЛЕРИИ! - 1439496029 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика