Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар эскелеккә бирелгән ғаиләләр буйлап рейд ойошторҙо

Орджоникидзе районында ғына ошондай 113 ғаилә иҫәптә тора. Улар менән даими эш алып барыла. Әммә һөҙөмтә юҡ тиерлек.  Был фатирҙа хужабикә генә булып сыҡты. Үҙенең өйҙә булыуын ул сырхап тороуы менән аңлатты.  Бүлмәләрҙәге бысраҡлыҡты күреп күпте күргән инспекторҙар ҙа шаҡ ҡатты.Йортта түҙеп торғоһоҙ-тәмәке-араҡы еҫе. Ҡатындың 13 йәшлек улын яңыраҡ ҡына бәлиғ булмағандар комиссияһына саҡыртҡандар.Ҡатын бындай тормоштан арыуы, улы менән мотлаҡ шөғөлләнә башлаясағы тураһында анттар биреп тороп ҡалды. Икенсе фатир хужалары иһә бөтөнләй ишектәрен асып торманы. Тауышҡа бары тик күрше генә иғтибар итте. Бәғзе берәүҙәр иһә ишек аша ғына һөйләшеүҙе хуп күрҙе.Ә был ғаиләлә иһә ишек бөтөнләй шар асыҡ. Йортта күп эсеүҙән шешенеп бөткән ҡатын һәм уның әхирәте генә булып сыҡты. Комиссия вәкилдәре әйтеүенсә, бында 17 һәм 7 йәшлек ике ҡыҙ бала йәшәй. Өлкәне сығарылыш имтихандарына ла ла бармаған.Был ғаиләлә көн күреүсе балалар менән сығып барғанда осраштыҡ. Инспекторҙарҙың бар һорауҙарына ла ҡыҙҙар әсәләрен яҡлап яуап ҡайтарҙы.Комиссия вәкилдәренән  ҡасып ҡалырға тырышыусылар ҙа табылды.  Был фатирҙа йәш ярымлыҡ бала өләсәй тәрбиәһендә ҡалған, ә уның әсәһе „шешәләш„ дуҫтары менән кәйеф-сафа ҡороп көн уҙғара. Рейд барышында асыҡланыуынса, тулы булмаған ғаиләләрҙә балалар үҙ иркенә ҡуйылған. Ояһында ни күрһә – осҡанда ла шул булыр, тиҙәр халыҡта. Әммә ошондай рейдтар һис шикһеҙ ыңғай үҙгәрештәр бирер, тип ышана инспекторҙар.

Выиграйте 2 билета на концерт ВАЛЕРИИ! - 1439496029 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика