Өфөлә 5 ҡатлы йорт емерелеүе ихтимал

Черниковкалағы хрущеваларҙың береһендә йәшәүселәр үҙҙәренең ғүмере өсөн ҡурҡа. Быға иң аҫҡы ҡатта башҡарылған ремонт эштәре сәбәпсе. Халыҡ бер нисә көн элек Междуреченск ҡалаһында йорт ишелеү осрағы бында ла ҡабатланыуы ихтимал тип борсола. Ярты быуат элек төҙөлгән иҫке йортта йәшәүселәрҙе март айында башланған ремонт борсоуға һала. Еңеү паркы ҡаршыһындағы йорт  ҡыҙыл линияға ҡарай, шуға ла иң аҫҡы ҡаттағы торлаҡ фондына инмәгән майҙан күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра.Черниковкалағы хрущевкаларҙың береһендә йәшәүселәр үҙҙәренең подвалында кейем тегеү цехы, мебель фабрикаһы, хатта май һаҡлау склады булғанын да хәтерләй. Яңы хужалар бында офис эшләргә булған. Күрәһең яҡтылыҡ етмәгәнлектән өҫтәп тәҙрә лә уйған.Тап өҫтәмә тәҙрә уйымдары йортта йәшәүселәрҙе босоуға һала ла инде. Улар иҫке бинаның стеналарын тишкесләп йорт емерелер тип ҡурҡа.Төҙөлөш эштәрен башҡарыусылар иһә борсолорға урын юҡ тип тынысландыра. Техпаспорт буйынса был урында элек тә тәҙрә булған, әммә заманында кирбес менән ҡапланған ти улар. Закон буйынса йортта йәшәүселәрҙең көнкүрешенә зыян килтерерҙәй төҙөлөш эштәрен башҡарыу тыйыла. Стеналарҙы тейергә бөтөнләй ярамай, ә техпаспортта күрһәтелгән планға үҙгәрештәр индереү тейешле ведомстволар менән раҫланырға тейеш.Йорттоң түбәнге ҡатында ремонт ойоштороусы эшҡыуар планды үҙгәртеү ҡаралмаған тип ышандырҙы, шулай ҙа беҙҙең менән күрешергә йөрьәт итмәне.Дөйөм ҡулланылыштағы бина булһынмы, йорт эсендәге айырым фатирмы, планировканы үҙ-аллы үҙгәртеү тыйыла. Тейешле инстанциялар уны раҫларға тейеш. Кире осраҡта штраф һалына һәм  бинаны кире элекке хәлгә ҡайтарыу талап ителә, үтәлмәгән осраҡта милекте тартып алып уны  һатыуға сығарылар. Екатерина Шәкирова Ҡала дизайны үҙәгенең бүлек етәксеһе. Төҙөүселәр һәм йорт хужаларының вайымһыҙ ҡарашы ҡыҙғаныслы хәлдәргә алып килә. Бер нисә көн элек Кемеров өлкәһендәге Междуреченск ҡалаһында тотош подъезд ишелеп төштө. Сәбәбе – 1-се ҡаттағы ремонт эштәрен башҡарғанда хәүефһеҙлек сараларын үтәмәүгә бәйле. Күп ҡатлы йортта йәшәүселәр бындай сәйер төҙөлөштәргә йоғонто яһай ала. Күптән түгел Өфөнөң Октябрь Проспектында суд ҡарары менән ошондай төҙөлөш туҡтатылды. Бында икенсе ҡаттағы фатирҙарҙы үҙгәртеп офис ойошторорға теләгәндәр ине. Комаров урамындағы йортта барған төҙөлөш эштәрен Орджоникидзе районы торлаҡ идаралығы тикшерергә вәғәҙә бирҙе. Әгәр улар бина хужаһының планды, уны административ яуаплылыҡ көтә.

Выиграйте 2 билета на концерт ВАЛЕРИИ! - 1439496029 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика