Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Анкараның баҫымына ҡарамаҫтан, Германия Бундестагы депутаттары  Осман империяһында 1915-се йылдағы ваҡиғаларҙы әрмән геноциды итеп таныны. Төркиә президенты Рәжәп Эрдоган быға үкенес белдереп Германия менән мөнәсәбәттәрҙе ҡайтанан ҡарап сығырға саҡырған.

Ғыйраҡтың Эль-Фаллуджа ҡалаһы өсөн ҡаты алыштар бара. Бында “Ислам дәүләте” террор ойошмаһының позициялары ныҡ булып ҡала әле. Бағдад киң күләмле операция тураһында иғлан итеү менән халыҡ ҡаланан күпләп китә башлаған.

Бөйөк Британияла йәшәүселәрҙең 52 проценты Европа берлегенәнә сығыу өсөн тауыш бирергә ниәтләй. Берлектә ҡалырға теләүселәр 48 процент самаһы. Белгестәр бының сәбәбен Брюсселдең ҡасаҡтар мәсьәләһен хәл итә алмауы менән бәйләй.

Выиграйте 2 билета на концерт ВАЛЕРИИ! - 1439496029 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика