Башҡортостан Африка көнө фестиваленә ҡушыла

Бөгөн Өфөлә республика юғары уҡыу йорттарында белем алған сит ил студенттары Серго Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайында күркәм байрамда ҡатнашырға йыйына. Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыған төрлө милләт вәкилдәре һәр милли байрамда теләп ҡатнаша. Бөгөн ҡыҙҙар Африка көнөнә дәррәү әҙерләнә.Ангола ҡыҙҙары байрамға үҙҙәренең милли ризыҡтарын әҙерләй. Араларында улар Өфөлә яратып өлгөргән ҡабартмаға оҡшаштары ла, беҙгә бөтөнләй таныш түгел, хатта русса атамаһы булмаған балыҡ ашы ла бар.Балыҡты иһә Анголаның үҙенән алып килгәндәр, башҡа ризыҡтар менән тәмләткестәр Өфө магазиндарынан. Ит, йәшелсә, шәкәрле ҡуйыртылған һөт. Анголала ҡатындар ҙа, ирҙәр ҙә бер төрлө тәмле бешерә, ти йәштәр. Ризыҡ үҙенсәлектәре бар, әлбиттә. Мәҫәлән, арахисты сей килеш ашарға күнегелмәгән, уны шәрбәттә бешереп алалар. Африка көнө фестивалендә Башҡортостанда белем алған 800-ләп студент ҡатнаша. Милли ризыҡтарҙан ауыҙ итеп кенә ҡалмай, ҡунаҡтар африка халыҡтарының мәҙәниәт өлгөлре менән таныша, сағыу йыр-бейеүҙәрен ҡарай ала.Байрам киске алтынсы яртыла башлана. Унда ҡатнашыр өсөн һәр кемдән алсаҡ йөҙ менән күтәренке кәйеф талап ителә. 

Яндекс.Метрика