Башҡортостан мәсеттәрендә изге айҙың башланыуын белдереп тәүге тәрәүих намаҙҙары уҡылды

Ураҙаның тәүге сәхәрен ашарға Мәрйәм аҙыҡтың иң файҙалыһын әҙерләгән. 10 йыл дауамында был изге ниәтте башҡарған хужабикә көн әйләнәһенә етерлек көс булһын өсөн нисек дөрөҫ туҡланырға яҡшы белә. Бигерәк тә быйыл, Рамаҙан айы йылдың иң оҙон көндәренә һәм иң ҡыҫҡа төндәренә тура килә. Рамаҙан айының тәүге кисендә йәстү намаҙынан һуң беренсе тәрәүих намаҙы уҡыла. Ҡояш байыу менән баш ҡаланың “Ихлас” мәсете диндарҙар менән тулды. Улар араһында 20 йыл Ростов өлкәһендә хеҙмәт итеп, тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан Флүр хәҙрәт Арыҫланов та бар ине. Мәсеттә тирә яҡ ауылдарҙан килгән кешеләр ҙә байтаҡ ине. Сөнки һәр кем белә — тәрәүих  намаҙын бергә йыйылып йәмәғәт менән уҡыу сауаплыраҡ һанала. Рамаҙанда мәсеттәрҙең ишектәре тәүлек әйләнәһенә асыҡ. Мосолман халҡы Алла йортона тәрәүих намаҙын уҡырға килә, ауыҙ асыу мәжлестәре ойошторола. Изге ай утыҙ көн дауам итеп, Ураҙа Ғәйете менән тамамлана. Быйыл ул 5 июлгә тура килә.

Яндекс.Метрика