Ялған баҙлауыҡтарҙы иман нурынан айыра белеү зарур

Рус православие сиркәүе етәксеһе изге патриарх Кирилл халыҡҡа шундай белдереү менән мөрәжәғәт итте. Изге Кирилдың һүҙен ишетергә теләгәндәр өсөн тәүлек ваҡыты ла, һауа торошо ла ҡамасаулай алманы. Ямғыр яуыуына ҡарамаҫтан халыҡ таралышмай. Изге патриарх менән осрашырға килгәндәрҙең барыһы ла ғибәҙәтхана эсенә үтеп инә алмай, тантаналы вәғәзде урамдан тыңлай. Ҡорам эсендәге ваҡиға бында бер нисә монитор аша тапшырыла.  Рус православие сиркәүе етәксеһе менән осрашыуға олоһо ла кесеһе лә  тулҡынланып килгән. Надежда Асанова Аллаһының рәхмәтен татыу тылсымында ҡатнашырға өс айлыҡ балаһын да килтергән. Дини йолалар атҡарылғандан һуң патриарх Кирилл халыҡҡа мөрәжәғәт итте. Тәү сиратта ул Башҡортостан еренең үҙе өсөн яҡын һәм иҫтәлекле булыуын белдерҙе. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында Бөрө районының Михайло-Архангел ҡорамында уның олатаһы Василий Гундяев священник дәрәжәһендә хеҙмәткә алынған. Ошо иҫтәлекле урындарҙы һаҡлап ҡалған өсөн патриарх республика етәкселеге менән халыҡҡа рәхмәтен еткерҙе. Мәскәү һәм Бөтә Русь патриархы Башҡортостан еренә тарихта беренсе тапҡыр аяҡ баҫты.  Сәфәрҙең беренсе көнөндә ул Бөрө менән Благовещен райондарында монастырь һәм ҡорамдарҙа дин әһелдәре һәм халыҡ менән осрашты. Өфөлә иһә патриарх республика башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Рус православие сиркәүе етәксеһе шулай уҡ Рәсәй мосолмандары баш мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин менән дә осрашып конфессия-ара татыулыҡ һәм уртаҡ маҡсаттар тураһында әңгәмәләште. Рус православие сиркәүе етәксеһе ҡарары менән Өфөләге Илаһи Алиһә ҡорамына кафедраль собор дәрәжәһе бирелде. Ҡорамға бүләк итеп изге Кирилл Ҡазан Алиһәһенең тантаналы образы иконаһын тапшырҙы. Республика руханиҙары ла патриархҡа ихтирам йөҙөнән Өфө илаһиҙары иконаһын бүләк итте. Башҡортостан милләт-ара татыулыҡ өлгөһөн дәлилләүсе төбәк икәнлеген йәнә бер иҫбатланы. Рус православие сиркәүе етәксеһе һүҙен насраниҙар ҙа, мосолмандар ҙә, дин тотҡандар ҙа, дин өлкәһендә төплө белемдәре булмағандар ҙа ҡыҙыҡһынып тыңланы. Тормошта бер иман нуры изгелеккә өндәй, ялған маяктарҙан һаҡ булығыҙ. Был патриарх вәғәзенең төп фекере. 

Яндекс.Метрика