Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сүриә хөкүмәте ғәскәрҙәре Рәсәй авиацияһы ярҙамында һуңғы ике йылда тәүге тапҡыр  Ракка виләйәтенә инде. Уның административ үҙәге “Ислам дәүләте” террор төркөмсәһенең башҡалаһы тип йөрөтөлә. Бер үк ваҡытта Сүриә оппозицияһы һәм курдттар отрядтары ла  ҡаланы төнъяғын террорсыларҙан таҙарта башланы.

Рәсәй оборона министрлығы өр-яңы А-50У самолетын һынап ҡараны. Ул Ил-76 МД самолеты нигеҙендә эшләнгән. Яңыртылған машина алыҫ араларға оса, радиолокация мәғлүмәтен йыраҡҡа тапшыра ала.

Мәскәүҙең Шереметьево аэропортында 3 самолетты йәшен атҡан.  Лайнерҙар бортында ут һүнгән, ҡоролмалар сафтан сыҡҡан. Был  мәғлүмәтте рәсми сығанаҡтар раҫламай. Шулай ҙа ике Аэрбус һәм 1 Суперджет самолетының  зыян күреүе билдәле.

Австралияла акулалалар кешеләргә һөжүм итә башлаған. Һуңғы бер-нисә көндә генә ике кеше һәләк булған. Балыҡ тотоу хеҙмәттәре 4 метрлыҡ акуланы тотҡан. Былтыр ғына Австралияла акулалар 18 тапҡыр кешеләргә һөжүм иткән.

Выиграй пригласительный билет на 2 лица на балет Сотворение мира - 26 октября в Театре Оперы и Балета (Уфа) - 911691770 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика