Башҡортостандың ҡайһы бер төбәктәрендә янғын хәүефенең 4-се класы иғлан ителде

Бигерәк тә Белорет, Учалы, Күгәрсен, Стәрлебаш, Кушнаренко райондарында ут сығыу ҡурҡынысы һаҡлана. Урмандарҙы һаҡлау һәм тәбиғәткә зыян килтермәү маҡсатында белгестәр самолеттар менән күҙәтеү ойоштора. Дамир Шәймөхәмәтов республикала урман янғындарын асыҡлаусы берҙән-бер осоусы. Рәсәйҙә барлығы уның кеүек 130 кеше генә бар. Күҙәтеүселәр самолеттан урман янғындарын ғына асыҡламай, ә бөжәктәрҙән зыян күргән ағастарҙың майҙанын билдәләй, законһыҙ урман ҡырҡыусылар менән дә көрәшә. Беҙ Архангель, Әбйәлил, Учалы, Белорет, Бөрйән, Ғафури һәм өлөшләтә Ҡырмыҫҡалы райондары өҫтөнән остоҡ. Бөрйәндә урман хужалығы белгестәре янғындар менән көрәшкә әҙер. Белгестәр аҙна һайын таулы-урманлы райондарға оса, улар көнөнә 700 километрға яҡын араны осоп үтә. Янғын асыҡланһа, шунда уҡ ергә хәбәр ителә. Беҙ Бөрйән районы өҫтөнән, 1 мең 500 метр бейеклектә осабыҙ. Самолеттың тиҙлеге сәғәтенә 180 километр. Әлегә урман янғындары асыҡланманы. Быйыл күҙәтеүселәр өс тапҡыр ғына осош яһаған. Ошо арауыҡ эсендә 7 янғын асыҡланған һәм һүндерелгән. 

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Өфө сәнғәт галереяһында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфө сәнғәт галереяһында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды

Унда һынлы сәнғәттең ҡатмарлы, Башҡортостан халҡы өсөн таныш булмаған төрө – ҡайнар эмаль техникаһында башҡарылған паннолар, картиналар һәм  биҙәүес әйберҙәре урын алған. Рәсәйҙең 13 ҡалаһынан 36 эмальерҙың эштәре араһында республиканан тик 4 кенә оҫтаның исемен күрергә була. Улар Виталий...

18 секунд назад
Смотреть видео «Айгөл иле» йәнә башҡала сәхнәһендә | ГТРК «Башкортостан»

«Айгөл иле» йәнә башҡала сәхнәһендә

Мостай Кәримдең «Айгөл иле» романтик драмаһы йәнә башҡала сәхнәһенә. Башҡорт драматургияһының иң сағыу пьесаларының береһен Өфөнөң Нур театры күрһәтәсәк. 8-ҙәр метрлы йөҙйәшәр имәндәр, ике актерҙар составына 50-гә яҡын яңы тегелгән костюм... Ижад миҙгеле әле асылмаған әммә коллектив ҡыҙыу эш...

2 минуты 3 секунды назад
Смотреть видео “Йәшә, урман!” | ГТРК «Башкортостан»

“Йәшә, урман!”

Башҡортостан “Йәшә, урман!” Бөтә Рәсәй экология акцияһына ҡушылды. Урмансыларҙың һөнәри байрамы алдынан Ҡырмыҫҡалы районындағы Зәңгәр күл янында урындағы халыҡ, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар һәм студенттар 12 мең төп ағас ултыртты. Бишенсе класта белем алыусы Иван һәм Эмилия беренсегә...

3 минуты 41 секунда назад
Смотреть видео "Таҙа Танып" экология акцияһы | ГТРК «Башкортостан»

"Таҙа Танып" экология акцияһы

Балтас районында "Таҙа Танып" тип аталған экология акцияһы үтте. Уның сиктәрендә минуципалитеттың барлыҡ йылғалары һәм һәм һыу ятҡылыҡтары тирәләй шәмбе өмәләре ойошторолдо. Был биләмәләрҙе район халҡы үҙ көсө менән тәртипкә килтерҙе. Акцияла Башҡортостандың башҡа төньяҡ-көнсығыш райондары ла...

4 минуты 57 секунд назад
Смотреть видео Өфө һәм Мәскәү кардиохирургтары аневрезимды юҡ итеү ысулын тапты | ГТРК «Башкортостан»

Өфө һәм Мәскәү кардиохирургтары аневрезимды юҡ итеү ысулын тапты

Өфө һәм Мәскәү кардиохирургтары үҙенсәлекле операция эшләне. Улар бергәләп йөрәк кәмселегенең бер төрө – аневрезимды юҡ итте. Янбаш ҡан тамыры аша хирургтар яйлап ҡына йөрәккә табан окклюдерлы катетер үткәрә. Табиптар аңлатыуынса, уның ярҙамында йөрәк менән аорта араһындағы өҙөлгән урында махсус...

6 минут 9 секунд назад
Смотреть видео Юл ҡағиҙәләрен бәләкәйҙән өйрәнеү зарур | ГТРК «Башкортостан»

Юл ҡағиҙәләрен бәләкәйҙән өйрәнеү зарур

Башҡорт Дәүләт ҡурсаҡ театрында мәғариф министрлығы һәм Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә, беренсе класс балаларына бағышланған сара үтте.   Бында  республиканың төрлө район-ҡалаларынан йөҙҙән ашыу уҡыусы йыйылды.  Уҙғарылған сара юл йөрөү ҡағиҙәләре һәм...

7 минут 56 секунд назад
Смотреть видео Радий Хәбиров йәмәғәт транпортындағы ҡулаҡсаһыҙ түләү терминалдарын тикшерергә ҡушты | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров йәмәғәт транпортындағы ҡулаҡсаһыҙ түләү терминалдарын тикшерергә ҡушты

 “Транспорт сәғәте” форматындағы кәңәшмәлә республика етәксеһе тейешле органдарға рейдтар ойоштору кәрәклеге тураһында әйтте.  Бөгөн төбәктә 125 мең “алға” һәм  “транспорт” ҡушымтаһы булған 250 мең “уҡыусы” карталары таратылған. Пассажирҙар улар менән йәмәғәт транспортында 12 миллион...

9 минут 11 секунд назад
Смотреть видео Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереү буйынса Совет | ГТРК «Башкортостан»

Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереү буйынса Совет

Башҡортостан башлығы эргәһендә кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереү буйынса Совет барлыҡҡа килде. Ойошманың беренсе ултырышында был туралағы Указ менән Радий Хәбиров таныштырҙы. Яңы ойошманы Владимир Барабаш етәкләне. Уның урынбаҫары итеп Вадим Беляков, секретарь вазифаһына...

10 минут 30 секунд назад
Смотреть видео Өфөлә 15 кешенең ағыуланыу осрағына бәйле яңы мәғлүмәттәр билдәле | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә 15 кешенең ағыуланыу осрағына бәйле яңы мәғлүмәттәр билдәле

Сипайловолағы тиҙ туҡланыу нөктәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең береһендә стафилаккок инфекциһы табылған. Бактерия шаурмаға ҡушылған салатта ла була. Шулай итеп ағыуланыусылар һаны 16-ға етте, әле зыян күреүсе 14 кеше дауаханала. Эске эштәр министрлығы эшҡыуарҙың башҡа 6 туҡланыу нөктәһен дә...

11 минут 36 секунд назад
Смотреть видео Әбделмәмбәт ере – Алтын Бишек | ГТРК «Башкортостан»

Әбделмәмбәт ере – Алтын Бишек

Башҡортостан-24 телеканалы башланғысы менән ойошторолған Алтын бишек конкурсында ҡатнашыусылар ҙур әүҙемлек күрһәтә. Бөгөн беҙ Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылы менән таныштырабыҙ. Ирәндек итәгендә һәм йәмле Оло Ҡыҙыл      йылғаһы буйында урынлашҡан Алтын бишек хаҡында беҙҙең...

17 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостан спортсылары – иң яҡшылары | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан спортсылары – иң яҡшылары

Өфөлә үткән милли уйындар һәм олимпиада программаһына инмәгән спорт төрҙәре буйынса Бөтә Рәсәй фестивалендә республика командаһы иң юғары һөҙөмтәләр күрһәтеп, беренсе урынды яуланы. Башҡорт спортсылары иҫәбендә 32 алтын, 23 көмөш һәм 12 бронза миҙал. Икенсе урында Свердлов өлкәһе һәм өсөнсөлә...

17 сентября 2019
Смотреть видео Синоптиктар октябргә фараздарын еткерҙе | ГТРК «Башкортостан»

Синоптиктар октябргә фараздарын еткерҙе

Көҙҙөң икенсе айы ямғырлы буласаҡ. Һауа температураһының уртаса күрһәткестәре 10 градустан да артмай. Башгидрометтан хәбәр итеүҙәренсә, кҡндәр болотло һәм ямғырлы буласаҡ. Бигерәк тә октябрҙең икенсе яртыһында ныҡлап  һыуыута башлай. 29-ында тәүге ҡар яуыуы ихтимал.

17 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостанда алданған өлөшсөләрҙе яҡлаусы ойошма барлыҡҡа килде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда алданған өлөшсөләрҙе яҡлаусы ойошма барлыҡҡа килде

Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусылар алдында бурысы булып банкрот тип иғлан ителгән төҙөүсе ойошмаларҙың йөкләмәләрен көйләү фондын булдырыу тураһындағы Указға Радий Хәбиров ҡул ҡуйғайны. Ул проблемалы объекттарҙы төҙөп бөтөү, финанс мәсьәләлрҙе хәл итеү менән шөғөлләнәсәк. Эш бер нисә этапта алып...

17 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостандың киләһе биш йылға үҫеш планы әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың киләһе биш йылға үҫеш планы әҙерләнә

Беҙ һәр ихатаға инергә тейеш. Хөкүмәт йортонда үткән сираттағы оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Башҡортостандың киләһе биш йылға үҫеш планын әҙерләгәндә һәр кем өсөн аңлайышлы һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе мотлаҡ иҫәпкә алырға ҡушты. Башҡортостанда арыу ғына ихаталар бар. Республика етәксеһе Салауат,...

17 сентября 2019
Смотреть видео Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле йәйге гастролдәренән бер аҙ ял итеп, йәнә эшкә сумды | ГТРК «Башкортостан»

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле йәйге гастролдәренән бер аҙ ял итеп, йәнә эшкә сумды

Әлеге ваҡытта легендар коллектив Рәсәй ҡалалары буйлап гастролдәргә йыйына. Был турала ансамблдең етәкселәре матбуғат конференцияһында һөйләне.  Репетициялар араһында тамашасылары өсөн ҡыҙыҡлы флешмоб та әҙерләп өлгөрә бейеүселәр. 18 сентябрҙә гастроль турының тәүге концерты, ул Мәскәүҙең...

13 сентября 2019
Смотреть видео Гөлли Мөбәрәкованың уйланыуҙары | ГТРК «Башкортостан»

Гөлли Мөбәрәкованың уйланыуҙары

Бөйөк актриса Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәковаға бағышланған яңы китап донъя күрҙе. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уның исем туйы үтте.  Китаптың авторы - драматург, журналист Владимир Жеребцов кисәлә була алманы, шулай ҙа залда Гөлли Мөбәрәкованың үҙен, ижадын...

13 сентября 2019
Смотреть видео Йәш археологтар табыштары менән таныштыра | ГТРК «Башкортостан»

Йәш археологтар табыштары менән таныштыра

Көнъяҡ Урал йәштәр археология мәктәбе ҡаҙыу эштәре миҙгелен йомғаҡлай. Табылған артефакттарҙы өйрәнер өсөн ғалимдарға бихисап ваҡыт талап ителә. Әммә тәүге һығымталар менән улар бөгөндән бүлешергә әҙер. Быйылғы йәй ямғырлы, йылы көндәргә һаран булды. Әммә һауа торошо мауығыусан йәштәргә ҡамасау...

13 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостанда йыйылған спорт машиналары бөтә илгә билдәле | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йыйылған спорт машиналары бөтә илгә билдәле

Иглин районында йәшәүсе автомеханик багилар йыйыу менән мауыға. Сифатлы техникалары менән билдәлелек яулап өлгөргән Руслан Ғүмәровтың ҡул эштәрен Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һатып алалар. Был видеояҙмалар хәҙер Ғүмәровтарҙың ғаилә архивында ҙур иҫтәлек булып һаҡлана. Бөтә ерҙән үтә алған һәм...

13 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостанда балалар ҡатнашлығында авариялар һаны утыҙ процентҡа кәмегән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда балалар ҡатнашлығында авариялар һаны утыҙ процентҡа кәмегән

Был турала Өфөлә үткән “Хәүефһеҙ юлдар” проекты менән таныштырыу барышында белдерҙеләр. Был ҡаҙанаштың төп нигеҙе-балалар араһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы һәм йәмәғәтселек ҡатнашлығындағы төрлө акциялар һөҙөмтәһе. 7 ай эсендә акция барышында бөтәһе өс мең практик сара...

13 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостан умартасылары яңы ысулдар үҙләштерә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан умартасылары яңы ысулдар үҙләштерә

Бөрөлә мәҫәлән йүнселдәрҙең береһе Рут ысулын үҙләштерә. Илдең Алыҫ Көнсығышында киң таралған умарталар ҡорттоң баш һанын арттырыуға йүнәлтелгән. Игорь Волочков умартасылыҡ менән 50 йылдан ашыу шөғөлләнә. 60-сы йылдарҙа Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышынан ғаиләһе менән Башҡортостанға күсеп килгәс, халыҡ...

13 сентября 2019
Смотреть видео Канадала үткән Апимондия конгрессында Башҡортостан 7 миҙал яуланы | ГТРК «Башкортостан»

Канадала үткән Апимондия конгрессында Башҡортостан 7 миҙал яуланы

Умартасылар федерациялары конгрессы был көндәрҙә Монреаль ҡалаһында үтә. Ишембай районынан конгрессҡа алып барылған йүкә балы тәме буйынса иң яҡшыһы тип танылды һәм алтын миҙалға лайыҡ булды. Форум эксперттары саған балының татын да юғары баһаланы. Башҡортостан экспозицияһы, шулай уҡ бал...

13 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостан колледждарҙа бюджет урындарын арттыра | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан колледждарҙа бюджет урындарын арттыра

Ә колледждар өсөн Республика башлығы гранттарын булдырыу көтөлә. “Мәғариф сәғәтененең” сираттағы ултырышы Өфө радиоэлектроника, телекоммуникация һәм именлек колледжында үтте. Урта белем алған үҫмерҙәр һаны күбәйә, ә һөнәри белем биреү йорттарында бюджет урындары етмәй. Мәғариф министры вазифаһын...

13 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостанда туҡланыу нөктәләрен тикшерәсәктәр | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда туҡланыу нөктәләрен тикшерәсәктәр

Быға Өфөлә шаурма ашап 15 кеше ағыуланыу осрағы сәбәпсе булды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл Сипайловолағы бистроларҙың береһендә теркәлә, осраҡ буйынса Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Сипайлово биҫтәһендәге Шаурма нөктәһенән ризыҡ алып ашағандан һуң кинәт ауырып бер кистә генә 15 кеше Йоғошло...

13 сентября 2019
Яндекс.Метрика