Алкино шифаханаһында йәшәүсе 300-ҙән ашыу ғаилә бына аҙнанан ашыу һыуһыҙ интегә

Улар һыуҙы ҡаланан ташырға мәжбүр. Ошо сәбәпле берҙән-бер балалар баҡсаһы ла ябылған. Чиновниктар иһә бер нимәлә эшләй алмай- халыҡты һыу менән тәьмин итеү өсөн аҡса юҡлыҡҡа һылтана улар. Алкино шифаханаһы ауылы халҡы һыу биреүҙәрен һорап мөмкин булған бөтә инстанцияларға мөрәжәғәт иткән. Әммә мәсъәлә йылдар дауамында асыҡ ҡала. Аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләр йорт алған ваҡытта барыһыла яҡшы буласаҡ тип вәғәҙәләгәндәр-үҙәкләштерелгән һыу, газ, электр селтәрҙәре, кинәнеп йәшә генә. Бер йылдан ауыл халҡының яҡты хыялдары юҡҡа сыға. Алкино шифаханаһы ауылында 600-гә яҡын йорт бар. Әле шуның 300-өндә генә кеше йәшәй. Ҡалғандары төҙөлөш эштәрен тамамлай алмай, ә ҡаһы берәүҙәре йорттарын һатып китергә мәжбүр. Һыу мәсъәләһен скважина ҡаҙып хәл итергә булыр ине. Әммә был күп балалы ғаиләләр һәм пенсионерҙар өсөн ҡиммәткә төшә. Сөнки һыу 100-120 метр тәрәнлектән генә сыға. Әлегә бында йәшәүселәрҙе ауылда ҡалырғамы, юҡмы тигән һорау борсой. Йортто һатыу мөмкин түгел. Шуға ла күптәр тиҫтәләгән  саҡрымдан йылдар буйы һыу ташырға мәжбүр. «Шишмә-Һыу» ойошмаһы районда Алкино-2 һәм хәрби частәрҙе һыу менән тәьмин итә. Ауылдарға көнөнә бирелә торған һыу күләме 1200 кубометр. Әле шуның 200 кубометры ғына бирелә. 3 йыл дауамында ваҡыты-ваҡыты менән һыуһыҙ интегәбеҙ, ә был юлы май аҙағынан юҡ, ти ауыл халҡы. Бөтә бәлә банкрот хәлендә ҡалған Шишмә-Һыу йәмғиәтенең 420 мең һум тирәһе бирәсәгенән, ти халыҡ. Әлегә һәр кем килеп тыуған хәлдән үҙенсә  сығыу  юлдарын эҙләй. Һәр йорт янында тиҫтәләгән мискә ҡуйылған. Һыу алыу ҡоролмаһын киңәйтеү төбәк ҡаҙнаһына 42 миллион һумға төшәсәк. Быйылға  проект республиканың адреслы инвестиция программаһына инмәгән. Тимәк, һыу мәсъәләһен  Алкино шифаханаһы ауылы өсөн асыҡ ҡала.

Яндекс.Метрика