Борай районы Шабай ауылында көслө ел йорттарҙың, мәктәп һәм клубтың ҡыйыҡтарын алып ырғытҡан

Елдең тиҙлеге секундына 23 метрға еткән. Электр линиялары өҙөлгән. Ауылда 160 кеше утһыҙ ҡалған. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй.  Емерек ҡыйыҡ өлөштәре өҫтөнән атлап, Инзилә Ғилемшина  дауылдан өйөнөң селпәрәмә килеүе тураһында һөйләй. Көслө елгә хатта кирбестән һалынған стеналар ҙа ҡаршы тора алмай. Ҡапыл сыҡҡан ел-дауылдан йәшеренеү өсөн  халыҡ ҡарамағында бер нисә секунд ҡына ваҡыты ҡала.Төндө ауыл халҡы утһыҙ үткәрә. Өҙөлгән электр сымдарын тиҙ арала төҙәтеү мөмкин түгел. Шулай ҙа бер кем дә емерек өйҙәрен ташлап китергә баҙнат итә алмай. Барыһы 40-лап йорт ергә түшәп һалынған тиерлек.  Улар араһында балалар йорто ла бар. Тиҙлеге секундына 25 метрға  еткән көслө ел  уның ҡыйыҡтарын тиҫтәләгән метрға алып ташлай.Районда әле юғары әҙерлек режимы индерелгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә һәләк булғандар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн оператив штаб төҙөлгән.Дауылдан зыян күргән ауыл халҡын хөкүмәт органдары бәләләре менән япа-яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа һүҙ бирә. Ә махсус комиссия юғалтыуҙарҙы иҫәпләй. Емерелгән йорттарҙы республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы  министрлығы вәкилдәре ҡарап сыҡҡан.Тиҙ арала төҙөкләндереү эштәрен башлау ҡарала. Әлегә балалар йортон йүнәтеүгә генә  350 мең һум аҡса кәрәклеге билдәләнгән. 

Яндекс.Метрика