Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышы 16-сы июнгә тәғәйенләнде

Сәйәхәт ойошмалары өсөн дәүләт теркәүен раҫлап, туристар хоҡуҡтарын киңәйтергә булышлыҡ итеү. Күмәк саралар ойоштороу тәртибендәге үҙгәрештәр һәм дәүләт менән эшҡыуарлыҡтың уртаҡ маҡсаттары. Ошо һәм башҡа мөһим мәсьәләләрҙе Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Президиумы республика парламентының сираттағы 31-се ултырышы көн тәртибенә ҡуйҙы.31-се пленар ултырышта депутаттар Башҡортостанда 2015 йылда ауыл хужалығы үҫеше, тауар, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү буйынса дәүләт программаһы йомғаҡтары, республикала бала хоҡуҡтары, шулай уҡ Башҡортостанда выждан ирке һәм дин тотоу иреклеге закондары үтәлеше тураһында белдереүҙәр тыңлаясаҡ. Депутаттар ҡарамағына 30-ҙан ашыу төрлө закон проекты сығарылды. Улар араһында республикала күмәк саралар, туризмды ойоштороу һәм эшҡыуарлыҡ объекттары менән дәүләт ойошмаларының уңышлы хеҙмәттәшлек өлгөләрен закон нигеҙендә нығытыуға ҡағылғандары айырым иғтибарға лайыҡ.  

Яндекс.Метрика