Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америка Сүриә президенты Башар Асадты вазифаһынан алыу өсөн «Аль-Ҡаида» террорсылары менән дә союзға инерҙә әҙер. Был турала Раше Тудей каналына интервьюһында Бөйөк Британияның Сүриәләге элекке илсеһе Питер Форд белдергән. Уның әйтеүенсә, Ҡушма Штаттар бындай яҡынайыуҙың ҡурҡыныс икәнен дә аңларға теләмәй.

Франция сенаты комиссияһы Рәсәйгә ҡарата индерелгән санкцияларҙы яйлап ғәмәлдән сығарырға саҡырҙы. Бының төп сәбәбе ил аграрийҙарының сикләүҙәрҙән ыҙа сигеүенә һәм Рәсәйҙеү Сүриә конфликтын көйләүҙәге роленә бәйле.

Легендар боксер Мөхәммәт Әлиҙың тыуған ҡалаһында матәм сараһына әҙерләнәләр. Спортсы менән хушлашыу 10 июнгә билдәләнгән. Әммә уға тиклем ҡалала мосолман боксерының тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙа арналған “ Мин  Әли” тигән фестиваль үтәсәк.

Японияның Чиба зоопаркында арыҫландың ике йәшлек балаға һөжүм итеүе интернет селтәрендә иң күп ҡаралған роликтар исемлегенә инде. Сабый вольерға яҡынайҡас, йыртҡыс мәлен табып уға ташлана. Бәхеткә, ситлек ҡалыр быяла менән урытылып алынған була.



Последние новости

Яндекс.Метрика