Башҡортостан хужалыҡтарында һөт етештереү арта

Был тәү сиратта малдарҙың йәйләүгә сығыуы һәм үләндең  мул булыуына бәйле.  Республикала шулай уҡ шәхси халыҡтарҙан һөт йыйыу ҙа кәмемәй. Иртәнге етенсе ярты. Ауыл халҡы күптән аяҡ өҫтөндә.  Илештәге Иләкшиҙелә йәшәүселәр көн һайын бер ваҡытта үҙәк урамға йыйыла. Әлфиә Баһманова хужалығында, мәҫәлән,  өс һыйыр. Һөт һатып аҡса эшләү был хужалыҡ өсөн өҫтәмә табыш. Азамат Сиражетдинов ҡарамағында дүрт ауыл. Биләмәне урап сыҡҡансы яҡынса бер тонна аҡ ризыҡ йыйыла. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, хәҙер күптәр һөт тапшырыуға әүҙемләшкән.Илештәге һөт комбинатына кооперативтарҙан тыш шәхси хужалыҡтарҙан көн һайын егерме тонна самаһы продукция килтерелә. Шулай ҙа  төп  көс – фермерлыҡ йәмғиәттәре һәм эре предприятиеларға төшә. Айырым көндәрҙә  һөт  күрһәткестәре  бермә-бер арта. Һыйырҙың һөтө – телендә, тигән мәҡәл нигеҙен онотмай халыҡ.  Илеш һөтө сифаты яғынан тәүгеләр рәтендә. Ризыҡты һыуытыу, махсус һауыттарҙа һаҡлау уны әсетмҫкә ярҙам итһә,  эксперттар иһә продукцияның майлылығын, химик ҡатнашманы билдәләй.Илеш кооперативтары ғына түгел,ә халыҡтан йыйылған һөттән айыртылған ҡаймаҡ, ҡатыҡты республиканың иң эре ҡалалары сауҙа селтәрҙәре лә теләп ала. Урындағы кибеттәрҙә лә ситтән килтерелгән һөт юҡ тиерлек.Бөгөн башҡортостан хужалыҡтары өсөн ҙур һөт мәле. Республикала әле бер һыйырҙан тәүлегенә уртаса ун ете литр продукция алына. Һандарҙы артырыу өсөн мөмкинлектәр етерлек, ти ауыл халҡы. Тик миҙал ике яҡлы булыуын да онотмаҫҡа кәрәк. Ваҡытында иҫәпләшеп,  ризыҡҡа хаҡтар тотороҡло  булһа ауыл халҡы үҙ һөтөн күпләп тапшырырға ла риза. 

Яндекс.Метрика