Кушнаренко районындағы “Күләш” ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыу үҙәге йәнә мышы балаһы менән тулыланды

Был юлы уны Туймазы районынан килтергәндәр.  Был бәләкәсте Иҫке Туймазы ауылы эргәһендә көтөүсе табып алған. Мышы балаһының башҡаларҙан ниндәй сәбәп менән айырылыуы билдәһеҙ.  Зинур Фазлыев мышы балаһына Степа тип ҡушамат та биргән. Дүрт көн эсендә ҡулға өйрәнеп киткән йән эйәһенән айырылырға ауыр булһа ла, хайуан тәғәйен урында тәрбиәләнергә тейеш, ти белгес.Үҙәктә Степаға иркен урын да әҙерләгәндәр. Хәҙер инде был бәләкәсте лә ныҡлы аяҡҡа баҫтырып иреккә ебәрәсәкбеҙ, ти Флүзә Әҙиева.Мал табиптары белдереүенсә, мышы балаһы һау-сәләмәт. 200 –гә яҡын километрға яҡын юл үтһә лә мышы балаһы үҙен һәйбәт тоя. Әлегә иһә уны көнөнә бер-нисә тапҡыр һөт менән генә туҡландырасаҡтар. Шулай итеп Күләш үҙәге тағы ла бер бәләкәс менән тулыланды.Бер ай элек Зина ҡушаматлы мышыны ла хужалар иреккә ебәргәйне. Тик кейек дүрт көн юғалып торғандан һуң кире ҡайта. Уны әле лә иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар. 

Яндекс.Метрика