Бөгөн Өфөлә Рус география йәмғиәтенең төбәктәр советы ултырышы үтә

Икенсе тапҡыр ойошторолған сарала өлкәләрҙең, ойошма-предприятиелар үҫешенә ярҙам итерҙәй проекттар тикшерелә. Бында туризм күҙ уңында тотола. Төбәк бүлексәләре алдында төрлө экспедициялар йә сәйәхәттәр ойоштороу бурысы тора. Уларҙы ҡыҙыҡлы итеү өсөн был эшкә тирә-яҡты өйрәнеүселәр, тарихсылар, төрлө ведомство белгестәрен һәм йәштәр хәрәкәте вәкилдәрен йәлеп итеү кәрәк, тип билдәләнде. Башҡортостанға килгәндә, хәҙер ойошманың район-ҡалаларҙа бүлексәләре эшләй.  Күсмә ултырышта „Ебәк юл„ программаһының исем туйы үтте. Ул Башҡортостанға күберәк туристарҙы йәлеп итергә ярҙам итер, тип көтөлә. Бөгөн Өфөгә Рус география йәмғиәтенең вице-президенты Артур Чилингаров килде. Төштән һуң ул Башҡортостан башлығы менән осраша. Билдәле булыуынса, Рөстәм Хәмитов Рус география йәмғиәтенең Республика бүлексәһе попечитель советына етәкселек итә.

Яндекс.Метрика