2016 йылдың 1 июленән хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 7 мең 500 һум буласаҡ

  • 2016 йылдың 1 июленән хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 7 мең 500 һум буласаҡ | ГТРК Башкортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо туралағы законға ҡул ҡуйҙы. Ул   дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙа, дәүләткә ҡарамаған иҡтисад секторында эшләүселәргә ҡағыла. 2016 йылдың 1 ғинуарында хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 4 процентҡа арттырылды һәм 6 мең 204 һумға еткәйне. Дәүләт Думаһы законды 17 майҙа ҡабул итте һәм 25 майҙа уны Федерация Советы хуплағайны. 

Яндекс.Метрика