12 июндә Өфөлә байрам саралары 10 минутлыҡ салют менән тамамлана

  • 12 июндә Өфөлә байрам саралары 10 минутлыҡ салют менән тамамлана | ГТРК Башкортостан

Был көндә баш ҡала 3 байрамды бергә билдәләй – Рәсәй көнө, ҡала һәм милли батыр-Салауат Юлаевтың тыуған көнө. Байрам һабантуй тәртибендә уҙғарыла, Өфөнөң барлыҡ райондарында ла күмәк халыҡ ҡатнашлығында күңел асыу саралары ойошторола. Киске 11-ҙә ҡала Советы алдындағы майҙанда байрам салюты буласаҡ. Әйткәндәй, элекке йылдарҙа байрамға Мәскәүҙән эстрада йондоҙҙары саҡырыла ине. Быйыл уларҙан баш тартҡандар. Рәсәй, Өфө көндәрен һәм Салауат батырҙың 262 йыллығын үҙебеҙҙең артистар сығышы биҙәйәсәк.

Яндекс.Метрика